Эстәлеккә күсергә

Йоматау (Өфө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Йоматау
рус. Юматово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Өфө районы

Ауыл биләмәһе

Йоматау ауыл Советы (Өфө районы)

Координаталар

54°37′15″ с. ш. 55°39′23″ в. д.HGЯO

Халҡы

#Н/Д[1] кеше ([[#Н/Д[2] йыл|#Н/Д[2]]])

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

450571

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 252 880 004

ОКТМО коды

80 652 480 121

Йоматау (Рәсәй)
Йоматау
Йоматау
Йоматау (Өфө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Йоматау
Йоматау (Өфө районы) (Өфө районы)
Йоматау

Йоматау (рус. Юматово) — Башҡортостандың Өфө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1598 кеше[3]. Почта индексы — 450571, ОКАТО коды — 80252880004.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1598 752 846 47,1 52,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Йоматау ауыл Советы (Өфө районы) үҙәге, тимер юл станцияһы. Район үҙәгенән көньяҡк-көнбайышҡа табан 38 саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға XVIII быуат башында Өфө өйәҙендә поручик, тыуған яҡты өйрәнеүсе-тарихсы, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре Василий Степанович Юматовтың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Ауылға уның фамилияһы бирелгән, шулай уҡ Лагерь, Алағар исемдәре менән билдәле булған. Хәҙерге ауыл урынында алпауыт усадьбаһы һәм 10 ихатаның торағы урынлашҡан. Йоматау ауылының тәүге кешеләре — Емельянов, Васильев, Варламов, Корнилов Михаил, Корнилов Дмитрий, Кудряшов Иван, Корнилов Иван. Һуңынан Ларин үҙ крәҫтиәндәренә ер һатып алған, һөҙөмтәлә ун ике крәҫтиән ихатаһынан урам барлыҡҡа килгән. 1865 йылда 14 йортта 80 кеше йәшәгән. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда бакалея кибете теркәлгән. Ваҡыт уҙыу менән ауыл үҫешә. Тимер юл быға ҙур этәргес була, шул уҡ исемдәге станция төҙөлә. 1934 йылдан ауылдан 1 саҡрым алыҫлыҡта «Йоматау» шифаханаһы асыла. «Йоматау» шифахана хеҙмәткәрҙәре һәм хеҙмәтләндереүсе персонал иҫәбенә халыҡ һаны арта. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылға илдең көнбайыш райондарынан ҡасаҡтар күсеп килә, уларҙың күбеһе бында даими йәшәргә ҡала. Ауылда яңы йорттар төҙөлә. 1977 йылда Йоматау ауыл советы барлыҡҡа килә. Уға биш тораҡ пункт инә: Йоматау ауылы, «Йоматау» шифаханаһы, Йоматау ауыл хужалығы техникумы, Йоматау станцияһы, Опто ауылы. Әлеге ваҡытта ауылда 3785 кеше йәшәй. Ауыл эргәһендә Йоматау тәжрибә урман культуралары массивы урынлашҡан, ул тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Халҡы: 1906 йылда — 181 кеше; 1920 йылда — 199 кеше; 1939 йылда — 229 кеше; 1959 йылда — 329 кеше; 1989 йылда —876 кеше; 2002 йылда —1246 кеше; 2010 йылда — 1598 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы «Йоматау» шифаханаһында эшләй. Урта мәктәп, амбулатория, наркология диспансерының № 1 реабилитация үҙәге бар[4].

Исемдәре:[5]

Ҡайын урамы ингл. Березовая (улица)

Яҙғы урам (рус. Весенняя (улица))

Сейә урамы (рус. Вишневая (улица))

Высоковольтная урамы (рус. Высоковольтная (улица))

Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))

Арғы урам (рус. Дальняя (улица))

Тимер юл урамы (рус. Железнодорожная (улица))

Йондоҙ урамы (рус. Звездная (улица))

Ҡыҫҡа урам( рус. Короткая (улица))

Локомотив-1 (тер. ДНТ) (рус. Локомотив-1 (тер. ДНТ))

Туғай урамы (рус. Луговая (улица))

Миңзәлә урамы (рус. Минзелинская (улица))

Тыныслыҡ урамы ((рус. Мира (улица)))

Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))

Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодежный (переулок))

Нева урамы (рус. Невская (улица))

Яңы урам (рус. Новая (улица))

Күл урамы (рус. Озёрная (улица))

Парк урамы (рус. Парковая (улица))

Переезд урамы (рус. Переездная (улица))

Ялан урамы (рус. Полевая (улица))

Йәйғор урамы (рус. Радужная (улица))

Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица))

Шишмә тыҡрығы (рус. Родниковый (переулок))

Рәсәй урамы (рус. Российская (улица))

Яҡты урам (рус. Светлая (улица))

Ауыл урамы рус. Сельская (улица)

Дан урамы (рус. Славы (улица))

Уральская (улица) (рус. Уральская (улица))

Фрунзе урамы (рус. Фрунзе (улица))

Сәскә урамы (рус. Цветочная (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Үҙәк тыҡрыҡ (рус. Центральный (переулок))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица))

Көньяҡ урам (рус. Южная (улица))

Йоматау урамы (рус. Юматовская (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кокин Валерий Иванович (18 сентябрь 1956 йыл — 15 ғинуар 2012 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. 2006—2012 йылдарҙа Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе, полиция генерал-лейтенанты. Философия фәндәре кандидаты.

Эшләгән билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Исламов Фидус Әмир улы (рус. Исламов Фидус Амирович; 19 август 1946 йыл) — ғалим-зоотехник, дәүләт хеҙмәткәре, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 1986 йылдан Башҡорт АССР-ы Ауыл хужалығы министрлығының баш зоотехнигы, 1991 йылдан — Министрҙар Советының баш белгесе, 1994 йылдан — Министрҙар Кабинетының бүлек мөдире урынбаҫары, 2001 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты проректоры, 2003 йылдан — Йоматау аграр техникумы директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2000), профессор (2001).
  1. Юматово (Башкортостан) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Юматово (Башкортостан) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Юматовский сельсовет / Йоматау ауыл Советы
  5. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Йоматау ауылы